Өфө эшҡыуарҙары махсус операция хәрбиҙәренә биш йөҙ поход ковригы етештергән

Ярҙам «Рәсәй терәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһының ир-егеттәр комитеты тарафынан ойошторолған.

Активистар аҡса йыйып ковриктар өсөн полипропилен материал һатып алған. Уны эшләүгә бөтә битараф булмаған кешеләр, хатта уларҙың балалары ла ҡушылған. Эшҡыуарҙар шулай уҡ квадрокоптер, эш бирсәткәләре лә һатып алып ебәргән.

Битараф булмаған 70 кеше йыйылды. Кемдер аҡсалата ярҙам күрһәтте, ковриктар эшләште. Беҙ уларҙың бер өлөшөн мобилизацияланған егеттәргә оҙаттыҡ, тағы бер өлөшөн махсус операцияға юлланасаҡ Салауат Юлаев исемендәге батальонға тапшырасаҡбыҙ.

Борис Сазонов, эшҡыуар, «Рәсәй терәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Өфө бүлеге етәксеһе

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ