Өфөлә республиканың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды

Был – алтынсы саҡырыу. Улар – эшҡыуарҙар, юристар, табиптар, ирекмәндәр ойошмалары етәкселәре, дин әһелдәре. Яңы составта 18 кеше.

Улар өс йылға комиссияға һайланып, хөкөм язаһын үтәү урынындағыларҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙе контролдә тота. Йәмәғәтселәр шулай уҡ уларҙың проблемаларын хәл итергә, тейешле белгестәр менән бәйләнешкә сығырға булышлыҡ итә.

Иркенән мәхрүм ителгән граждандарҙы көнүҙәк мәсьәләләр борсой. Шул уҡ социаль өлкә, пенсияға бәйле һорауҙар килә. Әйтәйек, енәйәт язаһына тарттырылған хәрби бәрелеш ветерандары хәрби билет, тейешле түләүҙәргә бәйле мөрәжәғәттәрен ҡалдыра. Беҙҙең комиссия үҙҙалы проблемаларын хәл итә алмаусыларға төп терәк.

Олег Ғәлин «Йәмәғәт күҙәтеүе комиссиялары советы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе

Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһы – гражданлыҡ контроле системаһында етди ҡорал. Тығыҙ хеҙмәттәшлектә булыуға шатмын. Берҙәм булғанда ғына власть һәм йәмәғәт араһында диалог буласаҡ.

Азамат Йәнбирҙин Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе
Фото №1 - Өфөлә республиканың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ