Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта ошо туралағы закон проектын ҡараясаҡ.
Ул «Ветеринария» тураһындағы ҡанунитәкә үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тота. Хайуандар иҫәбен алыу республиканың эпизоотик именлеген тәьмин итеү маҡсатында ойошторола.
Ауырыу, шул иҫәптән хайуандар һәм кеше өсөн уртаҡ булған инфекциялар талаған осраҡта ветеринарҙар оператив саралар күрә ала. Республика парламенты ултырышы 20 октябрҙә уҙа.
Илдар Байбулатов






