Көҙгө һалҡындар етеү менән шәхси йорттарҙа янғын осраҡтары арта.
Махсус хеҙмәттәр йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм «Ғаилә» ресурс « ресурс үҙәктәре менән берлектә прфилактик әңгәмәләр үткәрә, иҫкәрмәләр тарата һәм айырым хәүеф янаған төркөмдәргә янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы бушлай тапшыра.
Күңелһеҙ осраҡтарға ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, тәмәке төпсөктәрен һүндермәү, электр ҡормалдарын һәм мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау сәбәпсе булып тора. Республикала йыл башынан утта 162 кеше һәләк булған, 214-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Гүзәл Борханова






