Өлгөлө ғаилә башлығы, йәмәғәт эштәре әүҙемсеһе, ҡаһарман атай

20 октябрҙә Башҡортостандың ҡаһарман атайҙары билдәле буласаҡ. Республиканың йәмәғәт палатаһы ойошторған «Атай ҡаһарманлығы» конкурсына йомғаҡ яһала.

Шаран районы көслө заттары данын Наратаҫты ауылынан Тимур Яҡупов яҡлаясаҡ.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Тимур Яҡупов Газ М20 «Победа» машинаһының иҫкереп ҡар-ямғыр аҫтында тутығып ултырыуын күреп һатып алған. Оҫта ҡулында «тимер ат» шунда уҡ яңы төҫ алған, хатта яңы дәүләт һандары бар. 1953 йылғы ретро автомобиль менән Тимур Венер улы Бөйөк Еңеү көнөндә техника парадында, һабантуйҙарҙа, автоуҙыштарҙа ҡатнаша.

Ысын ир егет өй һалырға, ул үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш, тиҙәр. Йәш атай Тимур Яҡупов был ғәмәлдәрҙе үтәгән. Шаран районы Наратаҫты ауылында Яҡуповтар йорт һалып ингән, әле уға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә. Ике ҡатлы йорт сабыйҙар тауышы тынғаны юҡ. Бәхетле ғаиләлә ете бала тәрбиәләнә. Иң кеселәренә 8 ай.

Иптәшем менән ғорурланам. Ул беҙҙең оло таянысыбыҙ. Ғаилә генә түгел йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Светлана Яҡупова, Тимур Яҡуповтың тормош иптәше

Светлана Яҡупова – йорт хужабикәһе. Яңы ихатаны киләсәктә төрлө сәскә-гөлдәргә күмергә хыяллана. Ә уларҙың мөхәббәт гөлдәре – балалары атаһы менән әсәһе өлгөһөндә тырышып уҡый, мәктәп үткәргән бөтә сараларҙа ҡатнаша.

Мин туғыҙынсы класта уҡыйым, волейбол менән шөғөлләнәм. Күптән түгел Шаранға команда менән барып беренсе урын алдыҡ. Атайыбыҙ менән һәр эштә бергәбеҙ, уға хужалыҡта ярҙам итергә тырышабыҙ.

Данил Тураев

Тимур Яҡупов райондың «Серпантин» хәрби- патриотик хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы ағзаһы. Йәш быуынды хәрби хеҙмәткә әҙерләү сараларында, мәктәптәрҙә Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Батырлыҡ тураһында ул ҡоро һүҙҙәр менән генә һөйләмәй. Ул ғүмерен шундай хеҙмәткә бағышлаған. Шаран районының янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләй.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ