Йыш ҡына балалар йорттары, дауалау учреждениеларына ярҙам итә. Изгелеккә әйҙәгән замандашыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты
Ҡулдарында шар, йөҙөндә йылмайыу. Юрий Иванов балалар йортона тыуған өйөнә ҡайтҡандай ашҡынып килә. Тыуғандан алып етемлектең әсеһен тойоп үҫкәнгәлер, социаль учреждениелағы малай-ҡыҙҙарҙы ул үҙ туғандарылай яҡын күрә. Үҫмерҙәр уны һәр ваҡыттағыса тамаша залында ихлас сәләмләп ҡаршы ала.
Юрий Иванович малай-ҡыҙҙарға һәр ваҡыт концерт әҙерләп килә. Баянда оҫта уйнап, илһөйәрлек менән һуғарылған билдәле йырҙар башҡара. Балалар өсөн моңло композициялары ла бар.
Осрашыу сиктәрендә һәләтле музыкант бала саҡ хәтирәләренә лә әйләнеп ҡайтты. Яҙмыш бәләкәйҙән аямаған. Өфө, Бәләбәй, Бөрө балалар йорттарында тәрбиәләнгән. Үҫмер ваҡыты һуңғы учреждениела үткән. Тап унда ул хеҙмәткә һәм баянда уйнарға өйрәнә.
Музыка ҡоралы бөгөн дә алыштырғыһыҙ тоғро дуҫы. Хаҡлы ялға сығыу менән ир хәйриәлек эшен алып бара башлаған. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан сауҙа үҙәге янында икешәр-өсәр сәғәт сығыш яһап, йыйылған бар аҡсаны мәрхәмәтлеккә йүнәлтә.
Көмөш ирекмән һәр концертҡа етди әҙерләнә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға күңел йылыһын өләшеүгә яуаплы ҡарай. Баянда уйнап, йырлағандан һуң мотлаҡ рәүештә сәхнәгә күтәрелеп бейеп тә күрһәтә.
Балалар йортонда тәрбиәләнгәндә Юрий Ивановтың ҡушаматы ла булған. Тәрбиәселәр уны бәләкәй буйлы булғанға «ҡошсоҡ» тип йөрөткән. Изге эштәргә ынтылыуы тап бала саҡ хәтирәләренә бәйле.
Ике йыл элек Юрий Иванов бер тәүлек эсендә халыҡтан хәйриәлеккә ике йөҙ мең һум аҡса йыйыуы менән дә танылыу алғайны. Барлыҡ сумманы ул изге эштәргә йүнәлтә. Урамдағы сығыштары иһә бөгөн дә дауам итә. Сал сәсле баянсы музыка аша етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға иғтибарҙы арттыра.
Гөлназ Хәйбуллина






