Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр баһаланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Йылайыр һәм Николо-Березовка, шулай уҡ Салауат районы Миәшәгәр ауыл советтары проекттары төрлө номинацияларҙа иң яҡшылары тип танылды. Лауреаттар үҫеш өсөн 18-шәр миллион һум ала. Бүләкләү тантанаһы киләһе йылдың апрелендә була. - Конкурста биш номинация булды, 1 мең 200 ғариза ҡаралды. Республикабыҙ өсөн лайыҡлы һөҙөмтә, - тип яҙа Радий Хәбиров.







