Башҡортостандан өс ауыл биләмәһе «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» федераль конкурсында еңеү яуланы

Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Ил кимәлендә бәйге һөҙөмтәләрен Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин хәбәр иткән. «Муниципаль берәмек халҡы менән бәйләнеште тәьмин итеү, үҙидара йәмәғәт биләмәләре үҫеше» номинацияһында беренсе урынға Салауат районы Миәшәгәр ауылы биләмәһе лайыҡ булған.

Йылайыр районының Йылайыр ауылы биләмәһе «Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡ йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше» номинацияһында еңеү яулаған, ә Краснокама районының Николо-Березовка ауылы биләмәһе «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу»ҙа яң яҡышы тип танылған.

«Барлыҡ ауыл биләмәләрен дә ҡотлайым. Уларҙың һәр береһе артабан үҫешеү өсөн 18 миллион һум аҡса аласаҡ. Еңеүселәрҙе киләһе йылдың 21 апрелендә урындағы идаралыҡ көнөндә тәбрик итәсәктәр», – тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ