Октябрьский ҡалаһында яңы ихата файҙаланыуға тапшырылды

Фрунзе, Комсомол, Герцен урамдары киҫелешендәге алты күп ҡатлы йорттар араһын комплекслы төҙөкләндереүҙән һуң асыу байрамында БЮТ ижади төркөмө лә булды.

Ихатаның яңыртылыуын иң ныҡ көткәне, әлбиттә, балалар. Быйыл май айынан бирле барған эштәр теүәлләнгән. Кескәйҙәргә рәхәтләнеп уйнай торған майҙансыҡ танырлыҡ та түгел. Хәҙер улар улар заманса бәүелсәктәрҙә, каруселдәрҙә өйөрөлә.

«Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса бүленгән 45 миллион һумға ихатала күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Спорт майҙансыҡтары еренә еткереп эшләнгән. Үҫмерҙәргә баскетбол, волейбол, футбол һәм хоккей уйнарға урын бар.

Бында хоккей майҙаны ныҡ иҫкергәйне. Хәҙер ул заманса талаптарға яуап бирә. Спорт мәктәбе уны ҡарап ҡышҡылыҡҡа боҙ менән ҡаплаясаҡ, ә йәй ихаталар араһында футбол баталиялары ойоштороласаҡ. Беҙ төҙөкләндереүҙе күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр менән килешеп эшләйбеҙ. Йорт комитеттары әүҙемлеге менән ремонт тиҙ башҡарылды.

Алексей Шмелев, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы

Ҡыйыҡ менән ябылған тренажер майҙансығын иһә өлкәндәр үҙ иткән. Хаҡлы ялдағыларға пенсия аҡсаһына фитнес залға йөрөү мөмкин түгел, ә бындағы спорт ҡоролмалары ундай залдағыларҙан ҡалышмай.

Иртән сүп ташларға сыҡҡан һайын күнекмәләр эшләйем.Бик яҡшы булды беҙҙең өсөн. Кәүҙәне тәртиптә тотоу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

Галина Соловьева, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе

Билем ауырта ине. Ошондағы ике тренажерҙа көнөнә ике тапҡыр шөғөлләнә башлағас үтте. 85 йәш инде миңә.

Николай Селантьев, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе

Иң кескәйҙәр өсөн айырым майҙансыҡ эшләнгән. Велосипед формаһындағы әйләнгестәргә сабыйҙар беренсегә ултара, бындай таусыҡтар ҙа әле Октябрскиҙа тәүгеһе.

Майҙанда ҡартайған тирәк ағастары ҡырҡылған,яңы үҫентеләр ултыртылған. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ихаталарҙы яңыртыуға сират бар. «Башҡортостан ихаталары» программаһы ярҙамында уларҙы ремонтлау дауам итәсәк.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ