Кушнаренко районында мобилизацияға тиклемге хәрби әҙерлек курстары үтә башланы

Өс көнлөк йыйында ир-егеттәр экстремаль шарттарҙа үҙҙәрен нисек тоторға, хәрби ҡоралдар менән ҡулланырға, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә.

Инструкторҙар булараҡ «Ҡыҙыу нөктәләр»ҙе үткән ветерандар, махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр саҡырылған. Ялан шарттарында ойошторолған уҡыуҙан бЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Хәрби әҙерлек курсында ҡатнашыусылар өсәр кешегә бүленеп, команда менән берҙәм эшләргә өйрәнә. Урманда ҡаршылыҡтар күп. «Шартлы» рәүештә мина-гранаталар йәшереп һалынған. Шуға күрә заданиены үтәгәндә һәр кемдән ҙур иғтибарлыҡ талап ителә. Урман эсендә ойошторолған хәрби йыйынға һәр кем үҙ теләге менән килгән. Ваҡытында әрме хеҙмәтен үткән ир-егеттәр ҡулдарына йәнә ҡорал алып, оҫталығын шымарта.

Йыйын барышында тактик әҙерлеккә етди иғтибар бүленә. Инструкторҙар хәрби ҡоралдар менән таныштырып, уларҙың ниндәй шарттарҙа ҡулланылышын да һөйләй.

Күнекмәләр йоманан йәкшәмбегә тиклем дауам итә. Хәрби йыйында ҡатнашыусылар эсктремаль шарттарҙа үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға өйрәнә. Урманда усаҡ яндырырға ярамай, шуға ҡул аҫтында ҡоро паек ҡына. Хәрби әҙерлек үтеүселәр араһында эшҡыуарҙар күп. Бизнес өлкәһендә уңыш ҡаҙанған көслө заттар билдәләүенсә, махсус операция ваҡытында бындай курстарға ихтыяж юғары.

Хәрби әҙерлек курсы өс көнгә иҫәпләнгән. Йыйындар аҙна һайын Кушнаренко районындағы Первушин аэродромы биләмәһендә үтә. Инструкторҙар булараҡ хәрби бәрелештәрҙә, контртеррористик һәм махсус операцияларҙа ҡатнашҡан ысын хәрбиҙәр, ветерандар сығыш яһай. Ойоштороусылар бындай уҡыуҙарҙы башҡа райондарҙа уҙғарыу ниәте менән дә яна.

Курс барышында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ла дәрестәр ойошторола. Яраны нисек эшкәртергә, ҡан ағыуҙы нисек туҡтатырға – барыһы ла ентекле аңлатыла. Йыйында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай белемдәр алыу мобилизацияға эләккән осраҡта ғына түгел, ябай тормошта ла тик файҙа ғына.

Мобилизацияға тиклемге хәрби әҙерлек курсын үтергә теләүселәрҙең көндән-көн артыуы билдәләнде. Йыйында ҡатнашыуға ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттар ҙа теләк белдергән. Инструкторҙар билдәләүенсә, ялан шарттарында ойошторолған күнекмәләрҙе даими уҙғарыу, тотош Башҡортостан кимәленә сығарыу планлаштырыла.

Фото №1 - Кушнаренко районында мобилизацияға тиклемге хәрби әҙерлек курстары үтә башланы

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ