Башҡорт батальондары хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам оҙатыла

Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ике фура ылау Өфө районындағы «Башсельхозтехника» предприятиеһы базаһынан 16 октябрҙә ҡуҙғала.

Хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар туплау менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының ирекмәндәр штабы шөғөлләнгән. Бар әйберҙә ҙә хәрбиҙәрҙең үтенестәрен һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып йыйылған. Яҡташтарыбыҙ айырыуса яҡын кешеләре ебәргән посылкаларҙы оло түҙемһеҙлек менән көтә. Гуманитар ярҙам яҡынса 40 сәғәттән тәғәйен урынға барып етәсәк.

Башҡортостан биләмәһендә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ойошторолған. Ул махсус хәрби операцияла ирекле рәүештә йәки мобилизацияға йәлеп ителгән граждандарҙың яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған. Ирекмәндәр штабына 8 800 201 89 03 телефоны буйынса мөрөжәғәт итергә мөмкин, ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

Евгений Мельников «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ