Хәтер сараһына балалары ла саҡырылғайны. Фәйзулла Солтановҡа бюст уның исемен йөрөткән 3-сө мәктәп биләмәһендә урынлаштырылған.
Бюст асыу тантанаһында ябай мәктәп уҡытыусыһынан Башҡортостан Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһына тиклем күтәрелгән Фәйзулла Вәли улы Солтанов хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.
Йәш педагогтың 1941 йылда өс тапҡыр рапорт яҙғандан һуң, мобилизацияланып, илебеҙҙе фашистарҙан азат итергә юлланыуы хаҡында балалары хәтирләр менән уртаҡлашты.
2020 йылдан мәктәп музейы ла эшләп килә. Мәртәбәле сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар арҙаҡлы яҡташтарының мәктәп музейында ғаилә архивынан һаҡланған фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре менән таныша алды, биографияһы, һөнәри уңыштары һәм хәрби юлы хаҡында төплө мәғлүмәт тупланы.
Фәйзулла Вәли улы 1922 йылдың 15 октябрендә Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға инә. Төпкөл ауылдан сыҡҡан ябай ауыл балаһының белем алыуға ынтылышы көслө була.
Техникумды уңышлы тамамлағандан һуң Фәйзулла Солтанов Ейәнсура районы ауылдарында уҡытыусы булып эшләп, абруй һәм хөрмәт ҡаҙана. Һуңынан комсомол һәм партия эштәрендә сынығыу үтә, 1962 йылдан Бөрө уҡытыусылар институтында ректор вазифаһын башҡара.
Гүзәл Борханова






