Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бенефис.
Үҙенең 75 йәшлек юбилейын Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары кавалеры Фидан Ғафаров билдәләне.
Легендар сәнғәт әһеленең юбилей кисәһендә ҡатнашыусылар иғтибарына «Бәхет хаҡы» спектакле тәҡдим ителде. Фидан Сафа улының иҫ киткес тәбиғи таланты бер нисә быуын вәкилдәрен арбаны. Уның сағыу ролдәре милли театр тарихында өлгөгә әүерелде.
Легендар артистың юбилей кисәһендә “Бәхет хаҡы” спектаклен йәнә бер тапҡыр сәхнәгә сығарыуҙары осраҡлы түгел. Музыкаль мелодрама Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тиҫтә йылдан ашыу күрһәтелә. Башҡорт театр донъяһында легендар дуэт – Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаеваны күреп, уларға ҡушылып йырлар һәм илар өсөн, халыҡ бер ай алдан билеттарҙы һатып ала. Спектаклдәге төп герой композитор Зарифтың да яҙмышы уны уйнаусы юбилярҙыҡына ауаздаш төҫлө.
Фидан Ғафаров сағыу артистик темпераменты, эске кисерештәрҙе нескә асып биреүҙә иҫ киткес оҫталығы менән әсир итеп, башҡаларҙан айырылып тора. Мөһабат буй-һыны, бәрхәт тауышы, беренсе секундтан уҡ тамашасы йөрәген яулаған көслө харизмаһы менән ул тик сәхнә өсөн тыуған төҫлө.
Хәлил, Заһир, Зөлҡәрнәй, Мәрәһим – күренекле актер башҡарған һәр бер роль лиризм һәм романтизм менән тулы. Фидан Ғафаровтың репертуары 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Фидан Ғафаров төрлө яҡлы актер ғына түгел, ҡабатланмаҫ бәрхәт тауышлы йырсы ла. “Ҡышҡы романс”, “Юҡҡа түгел”, “Һаман яратам” – был һәм башҡа бер нисә тиҫтәләгән композици яларҙы бер нисә быуын вәкилдәре үҙ итте. Ә ул башҡарған “Өфө йүкәләре” йыры баш ҡалабыҙҙың рәсми булмаған гимнына әүерелде.
Фидан Ғафаров бөгөнгәсә яратҡан тамашасылдарын сағыу сығыштары менән ҡыуандыра. Ул – ысын мәғәнәһендә тәбиғи талант эйәһе. Юбилей кисәһендә лә тамашасы сәнғәт донъяһы легендаһын дәррәү алҡыштарға күмде.
Рәзилә Ғиниәтуллина



