Радий Хәбиров Яңы йыл байрамдарын ойоштороуға артыҡ сығымдар түкмәҫкә ҡушты

Булған аҡсаны төбәк иҡтисадын күтәреүгә йәки мобилизацияға саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам өсөн тотоноу мөһим. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Республика башлығы билдәләүенсә, Яңы йылды тәү сиратта балалар көтөп ала. Шуға күрә улар өсөн иҫтәлекле байрам кисәләре ойошторорға кәрәк, мобилизацияға йәлеп ителеүселәрҙең балалары ла иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Ә бына өлкәндәр донъялар тынысланғансы, яҡшы ваҡыттар еткәнсе көтөп тора ала, тине Радий Хәбиров. Сөнки әлеге ҡатмарлы шарттарҙа бюджет аҡсаһын икенсе маҡсатта иҡтисадты үҫтереүгә, социаль өлкәгә, яугирҙарҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеүгә тотоноу мөһим.

Яңы йыл иллюминацияһын яңыртыу мотлаҡ түгел. Шыршылар һатып алырға, артистар саҡырырға кәрәкмәй, муниципаль берәмектәрҙә бөтәһе лә бар, тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы аңлатыу эштәрен даими алып барырға ҡушты. Әле республикала хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында күрһәтмә ҡабул ителгән, документ 30 пунктты үҙ эсенә ала.

Хөкүмәт тарафынан финанслау сығанаҡтары билдәләнгән, хәҙер уларҙы халыҡҡа еткереү мотлаҡ. Брифингтар үткәреү, кешеләрҙең һорауҙарына өҙөклөкһөҙ яуап биреү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ