Юғары күрһәткескә өлгәшергә дуҫ илдәрҙәге ышаныслы партнерҙар менән бәйләнештәрҙең нығыныуы булышлыҡ иткән.
Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, Төркиә, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан инвесторҙары үҙ проекттарын беҙҙең республикала тормошҡа ашырырға ҡарар итә.
Бөгөн төрлө стадияла булған уртаҡ проекттарҙың дөйөм суммаһы 10 миллиард һумға яҡынлай. Бында республиканың тышҡы иҡтисади блогының һәм ошо илдәрҙәге Башҡортостан вәкилдәренең хеҙмәте ҙур. 2024 йылға улар һигеҙ дәүләттә, шул иҫәптән Ҡытайҙа һәм Иранда асыу планлаштырыла,тип яҙған республика етәксеһе.



