Ул уҡытҡан мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Роберт Арыҫланов бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған шәхес.
Оҙаҡ йылдар дауамында ул Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары булып эшләй. Сығышы менән Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан. Арҙаҡлы уҡытыусы иҫтәлегенә таҡташташ асыу Хәйбулла районы йәмәғәтселеге өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнде.
Тантанала Роберт Арыҫлановтың яҡындары, хеҙмәттәштере, дуҫтары ҡатнашты.
Рафиҡ Әхмәтшин



