Бөгөн Өфөнөң Киров районы суды «Президент отель» туҡталышындағы юл-транспорт һәләкәте буйынса көтөлмәгән ҡарар сығарҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос фажәғә быйыл июлдә Өфөнөң Аврора урамында теркәлде. 28 йәшлек йәш әсә «Ниссан» автомобиле менән светофорҙың йәшел төҫөнә сығып барған 29 йәшлек ҡатын һәм уның биш йәшлек балаһын тапатты.
Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә йәйәүлеләр фажиғә урынында вафат була. Ике ай ярым самаһы дауам иткән тикшереү барышында Дарья Сорокина өйөндә ултырҙы. Был ваҡыт эсендә ғәйепләнеүсе һәм яҡындары зыян күреүсенән Дарьяны кисереүҙәрен һораған. Һәм бөгөн алдан тыңлау барышында ғаилә башлығы водителгә ҡарата суд эштәрен туҡтатыуҙы үтенде. Шуға ла суд яҡтарҙың ярашыуын иҫәпкә алып, енәйәт эше буйынса эште туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Дарья Сорокина һәләк булған ҡатын менән баланың иренә 2 миллион 400 мең һум аҡса түләгән. Әммә дәүләт ғәйепләүсеһе һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә ике кешене үлтергән водителгә ҡарата енәйәт эшен туҡтатыуға ҡаршы сыҡты. Республика прокуратураһы аппеляция дәғәүәһе әҙерләй.



