Радий Хәбиров “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асыу көнөн атаны. Сара 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, ойошторола. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, аэропорт яғынан баш ҡалаға инеү урыны яҡшы яҡҡа үҙгәрә бара.
Стела урынын тауыш биреү юлы менән халыҡ билдәләне. Һәйкәл Ағиҙел йылғаһы ярында автомобиль күперенең уң яғында – Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында ҡуйыла. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға тапшырыла. 2020 йылдың 2 июлендә Рәсәй Президенты указы менән илдең 20 ҡалаһына, шул иҫәптән Өфөгә, ошондай абруйлы исем бирелде.







