Үткән аҙнала Республика менән идара итеү үҙәгенә 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Башҡортостанда йәшәүселәрҙән йорттарға йылы биреү, уның өсөн иҫәпләшеүгә бәйле һорауҙар йышыраҡ ҡабул ителгән. Республика Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская:
Бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡышҡы штаб булдырыу кәрәкмәй, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Былтыр Өфөлә ҡышҡы штаб булдырылды. Ул халыҡтан йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемалар буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итеү һәм уларҙы анализлау менән шөғөлләнде.







