Республикала район һәм ҡалаларҙан фельдшер, анестезиолог, хирург һәм травматологтар Ҡораллы көстәргә алынған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрата Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостан табиптары махсус хәрби операцияның башынан уҡ яугирҙәргә ярҙам күрһәтә.
Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә 30 йәштән 55 йәшкә тиклемге табиптар саҡырыла. Дәүләт Думаһынан белдереүҙәренсә, махсус операцияға 3 мең самаһы аҡ халатлы кәрәк.







