Күсмә цивилизациялар музейы киң тармаҡ проекттар өсөн үҫеш нөктәһе буласаҡ

Радий Хәбиров Шишмә районында музей комплексын төҙөү буйынса эшсе төркөм ултырышында проектҡа ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.

Объект туристарға ғына түгел, ғалимдар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, спортсылар һәм бар халыҡ өсөн дә үҙенә тартып торған ер буласаҡ, тине республика етәксеһе. Турахан кәшәнәһе янында барлыҡҡа киләсәк Евразия күсмә цивилизациялар музейы тирәләй оҫталар ҡаласығы, ипподром, ҡымыҙ йорто төҙөү күҙаллана.

Бөгөн белгестәр комплекстың архитектур концепцияһы менән таныштырҙы. Ул кәшәнә тирәләй ландшафт менән ауаздаш һәм төп объекттың әһәмиәтен билдәләп торасаҡ. Әле археологтар музей төҙөләсәк ерҙә эҙләнеүҙәр алып бара.

Кәшәнәнән алыҫ түгел генә исем-шәрифтәр яҙылған ҡәбер таштары табылған. Улар Алтын урҙа, Тамерлан хакимлығы осоро менән бәйләнеште иҫбатлау мөмкинлеге бирә.

Айнур Кәбиров

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ