Мобилизацияға саҡырылыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 30 төр дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтелеү буйынса эште тиҙләтергә ҡушылды.
Башҡортостан Премьер- министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында башҡарма власть органдарына был йәһәттән документтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләргә кәрәклеген билдәләне.
Башҡортостан башлығы ҡарары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса саралар планы раҫланған. Уның эсенә шифахана – курорт дауаланыу, консультатив һәм психологик ярҙам күрһәтеү инә. Планды тормошҡа ашырыу өсөн 22 норматив һәм хоҡуҡи акт – 3 республика законы, 5 республика башлығы ҡарары ҡабул итергә кәрәк .
Рәмилә Исмәғилева






