Башҡортостандың «Аструм» сауҙа үҙәктәрендә хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыла

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тип аталған хәйриә акцияһы октябрь уртаһында башланған.

Сарала һәр кем ҡатнаша ала. Ойоштроусылар әйтеүенсә, бигерәк тә эшҡыуарҙар, сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша, һатып алыусылар ҙа хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

Акция әле дауам итә, ҡушылырға теләүселәр Башҡортостандың ете ҡалаһындағы «Аструм» сауҙа үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ