Тупланмалар консерва, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейем-һалымдан тора. Вуз факультеттары бөгөн Гоголь урамындағы 15-се йортта урынлашҡан ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡҡа посылкалар килтерә башланы. Үҙәктә юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары эшләй.
Социаль-психологик ярҙам үҙәгендә психология кафедраһының тәжрибәле белгестәре тренингтар үткәрә. Шулай уҡ индивидуаль психологик ярҙам ҡаралған. Аталары, яҡын туғандары махсус хәрби операцияла булған студенттарға психологтар индивидуаль ҡабул итеү ҙә ойоштора.
Уларға матди ярҙам да ҡаралған. Шулай уҡ университеттың юридик клиника консультанттары мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә.
Рәмилә Исмәғилева



