Октябрьскийҙа мобилизацияға йәлеп ителеүселәр өсөн ҡайнар ашлы ял итеү урыны ойошторолдо

Билдәле булыуынса, төбәк эргәһенән «М-5» юлы үтә. Хәрби-ялан йыйындарына, шул иҫәптән Һамарға юлланыусылар тап ошо трасса менән файҙалана.

Хәрбиҙәр ҡоро паек рәүешендә аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән тәьмин ителгән, ә Башҡортостан сигендә яҡташтарыбыҙға кафеларҙың береһендә төшкө аш әҙерләнгән. Мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн туҡланыу урыны тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Оҙайлы юлдан һуң хәрбиҙәр бында йыуына һәм үҙҙәрен тәртипкә килтерә ала. Күп кенә Ватан һаҡсылары хәрби әҙерлек полигонына ағалары һҙүҙәм улдары менән бара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ