Был – дөйөм майҙандың 37 проценты. Уңыш ҡеүәте гектарынан уртаса 15 центнер. Майлы культура уңышы күләме буйынса Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе райондары алдынғылар рәтендә.
Ауырғазыла быйыл ун мең гектарҙан ашыу участкала көнбағыш сәселгәйне. Урындағы хужалыҡтар илдә етештерелгән орлоҡтарҙың юғары уңдырышлығын билдәләй. Сәсеү материалы буйынса импортты алмаштырыу йүнәлешендә алып барылған һөҙөмтәле эш менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Ауырғазы районында ярты ай элек көнбағыш һуғыла башлаған. Әлегә ҡеүәтле техника менән ике мең гектар участкала эш теүәлләнгән, был дөйөм майҙандың ҡырҡ проценты. Механизаторҙар аяҙ көндәрҙе файҙалы үткәрергә, уңыш йыйыуҙы тиҙерәк тамамларға тырыша.
Көнбағыш буйынса илдә ҡулланылған сәсеү материалының етмеш проценттан ашыуы сит ил селекцияһынан. Рәсәйҙең майлы культуралар институты тарафынан киҫкен мәсьәләне хәл итеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Хеҙмәттәшлектә булған орлоҡ заводы менән берлектә гибридлаштырыу майҙандары арттырыла. Ауырғазы районында ғына быйыл көнбағыштың дүрт төрө һынау үткән. Уларҙың уңыш ҡеүәте, май сығымы буйынса ла импорт сәсеү материалынан ҡалышмай, күрһәткестәр юғары.
Көнбағыш селекцияһы, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән компанияларҙың береһе илде етештереү ҡеүәтен йыл һайын ун тапҡырға арттыра. Предприятие эшмәкәрлегендә тәүмаҡсат – илдә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген булдырыу. Сифатлы сәсеү материалы алыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Быйыл Рәсәйҙә компания тарафынан өс мең гектар гибридлаштырыуға билдәләнгән. Майҙандың йөҙ гектары Әбйәлил районында урынлашҡан. Унда көнбағыштың өс төрө сәселгән. Йыйылған уңыш Краснодарҙағы заводҡа оҙатыла. Барлыҡ эшкәртеүҙәрҙән һуң орлоҡ ил баҙарына сығарыла.
Киләһе йыл Башҡортостанда ла илдә етештерелгән көнбағыш орлоғон сәсеү майҙандарын арттырыу планлаштырылған. Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте майлы культураларҙы етештереүҙе ҡеүәтләүгә дүрт миллиард һигеҙ йөҙ миллион һум йүнәлтәсәк. Уҙған аҙнала ошо туралағы Указға Михаил Мишустин ҡул ҡуйғайны. 43 төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан өҫтәмә финанслау аласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина



