Өфөнөң «Нефтехимик» паркын ноябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана

Өфөнөң «Нефтехимик» паркын ноябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана

Төҙөүселәр әйтеүенсә, әле төп эштәр тамамланған, биләмәлә биҙәкләү, ҡоролмалар урынлаштырыу бара. Реконструкция барышы менән бөгөн БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Төҙөүселәрҙең һаҡсыл мөнәсәбәте аңлашыла, ағастар был парктың йәме һәм ғорурлығы. Биләмәләге йәшеллектең үҙ тарихы ла бар. Ағастар 1947 йылдарҙа, паркҡа нигеҙ һалынған мәлдә, Черниковка биҫтәһе халҡы тарафынан ултыртыла. Экологик өмәлә уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, завод эшселәре лә, уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Парк бөтәһенең дә яратҡан ял урыны була. Тик биләмә бер тапҡыр ҙа капиталь төҙөкләндереү үткәрелмәү сәбәпле, ташландыҡ хәлгә килә. Парк былтыр Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ремонтлана башлай, әле бында эштең ҡыҙған мәле.

Балалар, спорт ҡаласыҡтары, ял майҙансыҡтары, велосипедта йөрөү өсөн һуҡмаҡтар эшләйбеҙ. Эт тотҡан кешеләр өсөн айырым биләмә ҡаралған. Паркта эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ.

Рөстәм Әхмәтов, подрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары

Төҙөкләндереү эштәре еңел генә бармай. Берҙән, серегән ағастарҙы ҡырҡып урынына яңы үҫентеләр ултыртыу талап ителә. Икенсенән, ҡара тупраҡ аҫтында ла электән ҡалған бетон ҡатламдары килеп сыға. Майҙанды таҙартыуға байтаҡ сығым һәм ваҡыт китә. Хәҙер инде төп эштәр башҡарылған, подрядсы ойошма эште ноябрь аҙағына тамамларға иҫәп тота. Черниковкала йәшәүселәр әйтеүенсә, был биҫтә халҡы өсөн көтөп алынған күренеш.

Төҙөүселәр фекеренсә, парк танымаҫлыҡ булып үҙгәрергә тейеш. Бында хатта бөтәһе лә өйрәнгән һәм мәңгелек тип ҡабул ителгән тимер ҡоймалар ҙа алмаштырыла. Биләмә тәпәш кенә таш диуар менән уратыла.

«Нефтехимик» паркы заманында Черниковка биҫтәһенең иң күркәм урыны була, уның проекты биләмәнең концепцияһына ятып ҡына тора. Әммә йылдар үтеү менән паркттың объекттары иҫкерә, емерелә башлай, ташландыҡ хәлгә килә. Шулай ҙа киләсәктә «Нефтехимик» паркы тағы ла халыҡтың яратҡан урынына әйләнер тигән өмөт бар, төҙөкләндереү һәр быуын кешеһенең ихтыяжын иҫәпкә алып башҡарыла.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ