Башҡортостандан шайморатовсыларға гуманитар ярҙам барып етте

Республика Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов шул турала белдерҙе. Әле ул махсус хәрби операция үткән биләмәлә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары менән бергә йөрөй. Алик Камалетдинов хәбәр итеүенсә, егеттәр хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, республикаға сәләм еткерә. Өфөнән йәкшәмбе шайморатовсылар өсөн гуманитар ылау юлға сыҡты. Хәрбиҙәргә резина итектәр, термокейем, йоҡлау кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары ебәрелде.

Фото №1 - Башҡортостандан шайморатовсыларға гуманитар ярҙам барып етте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ