Район мәҙәниәт һарайында уға бағышланған хәтер кисәһе үтә. Бибисара Мостафа ҡыҙы ике йыл элек 70 йәшендә коронавирустан вафат булды. Ул башҡорт эстрадаһына ике меңенсе йылдарҙа килде һәм моңло йырҙары менән тиҙ арала халыҡ һөйөүен яуланы. Бибисара Азаматованың тамашалары Башҡортостанда ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәктә ҙур уңыш менән үтте. “Ул яҡындары өсөн өҙөлөп торҙо, уларҙы хәстәрләп йәшәне. Беҙҙең өсөн ысын остаз булды”, - ти йырсының дуҫтары – республиканың атҡаҙанған артистары Эльмира Юлдашева һәм Искәндәр Ғәзизов.
Бибисара Азаматоваға 21 октябрҙә 73 йәш тулыр ине.







