Республикала фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премиялары лауреаттары билдәләнде

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Мәртәбәле бүләк газ ҡыуыу двигателен, күҙ ауырыуын дауалау алымын уйлап тапҡан ғалимдар, шулай уҡ ковид-госпиталдәр проектын әҙерләгән белгестәргә тапшырыла. “Лауреаттар барыһы ла премияға лайыҡлы. Улар республика үҫеше өсөн ҙур өлөш индергән шәхестәр”, - тип иҫәпләй иҡтисад фәндәре докторы  Азат Йәнгиров. Ул ковид-госпиталдәр концепцияһын әҙерләгән, бинаны проектлаған һәм төҙөгән төркөмдөң эшенә ҙур баһа бирҙе.

Республикала фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премиялары лауреаттары билдәләнде

Ковид-госпиталдәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Сибай ҡалаларында төҙөлдө. Проект илдә лә танылыу тапты. Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә республикалағы кеүек инфекция дауаханалары һалынды. 

Фото №1 - Республикала фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премиялары лауреаттары билдәләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ