Камилә Ҡотлоеваға 100 йәш тулды

Салауат ҡалаһында йәшәгән хеҙмәт ветераны Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Ул 1922 йылда Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында тыуа. Оҙаҡ йылдар ҡалалағы “Аҡсарлаҡ” ательеһында эшләй. Ошо ойошманан хаҡлы ялға сыға. Ул 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡала мэры Игорь Миронов Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙын юбилейы менән тәбрик иткән. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә йөҙйәшәрҙең фоторәсеме менән уртаҡлашҡан.

Фото №1 - Камилә Ҡотлоеваға 100 йәш тулды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ