“Рәсәй халыҡтарының милли байрамы” тип аталған ижади ярышты Татарстан үткәрҙе. Рәйеф Баҙыҡовтың “Дәғүәселәр” тип аталған фотоһүрәте 322 эш араһында иң уңышлыһы тип табылды. Башҡортостандан тағы ла бер авторҙың һүрәте дипломға лайыҡ булды. Ул Мишкә районынан Татьяна Салиева. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Ҡазанда ойошторола.







