Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвалидтар йәки инвалид бала тәрбиәләгәндәр, шулай уҡ килеме түбән булған күп балалы ғаиләләр күберәк суммаға эйә буласаҡ. Быға тиклем уларға 75 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла ине. Республикала айырым категория граждандарға йортҡа газ үткәреүҙә ярҙам программаһы 2019 йылдан эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 8 меңгә яҡын ғаилә сертификат менән файҙаланған.







