Дәүләттән ярҙам. Өфөлә ике тиҫтәгә яҡын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә өр-яңы «Лада Гранта» машиналары асҡыстары тапшырылды. Улар – барыһы ла производствола йәрәхәтләнеүселәр. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Илнур Вәлинуров яңы машинаға эйә булыуына ышанып та етә алмай. Дуҫтары менән бергә тимер атының мөмкинлектәрен баһалай. Уҙаман 1993 йылда тракторҙа бәхетһеҙ осраҡҡа тарый.
Производствола ҡазаланыусы дәүләт ярҙамынан ситләтелмәй. Ир өсөн был Фонд тарафынан тапшырылған икенсе еңел транспорт. Бөгөн ул Борай районына өр-яңы машина руле артында ҡайтасаҡ.
«Лада Гранта»лар 19 кешегә тапшырылды. Машиналар бөтәһе лә инвалидтар өсөн яраҡлаштырылған. Үҙҙәре рулгә ултыра алмаусыларҙы автомобилдә яҡындары ла йөрөтә.
Автомобилдәр шәхси милеккә бушлай теркәлә. Уларҙы ете йыл һайын яңыртып торорға мөмкин. Бер үк ваҡытта машинаға эйә булыусыға ремонтҡа һәм яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн компенсация ла бирелә.
Бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә яңынан йәшәргә, хәрәкәт итергә өйрәнгәндәр өсөн был – ҙур ярҙам. Улар идара итеү өсөн махсус рычаг менән йыһазландырылған автомобилдәрҙең уңайлы булыуын билдәләй. Бынан һуң, дауаханаға, кибеткә йөрөү күпкә еңелләшәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина






