Ул – беҙҙең ғорурлыҡ, Рәсәйҙә һәм Советтар Союзынан һуңғы киңлектә тәүгеләрҙән булып бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә инде. Бындай статусҡа барлығы 46 илдең 177 объекты эйә, тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Янғантау» геопаркы биләмәһендә 58 иҫтәлекле урын иҫәпләнә – Иҙрис һәм Лаҡлы мәмерйәләре, Ҡорғаҙаҡ сығанағы, Янғантау тауы, Мәсетле киҫелеше, Салауат Юлаев музейы һәм башҡалар.
Төбәк, федераль һәм халыҡ-ара геологик объекттар, археология һәйкәлдәре, бай тарихи һәм мәҙәни мираҫ – былар барыһы ла туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Уҙған йылда ғына геопарк 110 мең кешене ҡабул иткән, ә нигеҙ һалынғандан бирле был һан өс тапҡырға артҡан. Геопарк партнерҙары ла һиҙелерлек күбәйгән. Киләсәккә пландар ҙур. Артабан да эшләйбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.
Илдар Байбулатов



