Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндереү ҡарала

Радий Хәбиров билдәләүенсә, шул рәүешле тарихи үҙәк үҫешеү өсөн ҡеүәтле импульс аласаҡ.

Мәсьәлә «Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» ултырышында тикшерелде. Башҡортостан башлығы Өфөнөң йәмәғәт киңлектәрен яңыртыуҙы дауам итергә ҡушты.

Әлеге ваҡытта Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле урынлашҡан Совет майҙанын модернизациялау бара. Радий Хәбиров мемориаль комплексты яҡтыртыу өсөн өҫтәмә варианттар эҙләү мөһимлеген билдәләне.

Кәңәшмәлә баш ҡала парктарын һәм скверҙарын төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы. Әле уларҙың күбеһендә бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу, газондарҙы йәшелләндереү, тротуар плиткалары түшәү, балалар майҙансыҡтарын монтажлау эштәре тамамланыу алдында.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ