«Тау-тау хәбәр» – «ТЭФИ-Kids – 2022» Рәсәй милли премияһы лауреаты

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Тау-тау хәбәр» программаһы – «ТЭФИ-Kids – 2022» Рәсәй милли премияһы лауреаты.

Телепрограмма балалар киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендә абруйлы премияға «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу» номинацияһында билдәләнгән. «Тау-тау хәбәр» – үҫмерҙәр өсөн башҡорт һәм рус телдәрендә эфирға сыҡҡан тапшырыу.

Уның алып барыусылары көн һайын тура эфирҙа тиҫтерҙәренә мәктәп уҡыусылары тормошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы яңылыҡтар тураһында хәбәр итә. Премия лауреаттары аҙна башында иғлан ителде.

«Тэфи-кидс» премияһы 2019 йылда Рәсәй телевидениеһы академияһы тарафынан булдырылған. Быйылғы конкурста еңеүгә 140-тан ашыу федераль һәм төбәк проекты дәғүә иткән. Проекттың маҡсаты – балалар телевидениеһының мәҙәни-ағартыу фунцияларын үҫтереү, балалар телеканалдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри әҙерлеген күтәреү.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ