Ул ашнаҡсылар көнөнә бәйләп махсус заказ буйынса эшләнгән. Халыҡ-ара кимәлдәге һөнәри байрам иртәгә билдәләнә.
Ә һәйкәлде асыу тантанаһы шәмбегә планлаштырылған. Бөгөн композицияны һуңғы биҙәкләү эштәре тамамланды. Арт-объекттың авторы Андрей Асерьянц. Ул илдә эшсе һөнәрҙәргә арналған бик күп скульптуралар эшләүгә өлгәшкән.
Баш ҡаланың 35-се мәктәп эргәһенә ҡуйылған скульптура ижадсының күптәнге хыялы. Автор Өфөнөң балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге һорауы буйынса беренсе тапҡыр Башҡортостанда үҙ эшен тәҡдим иткән.
Азат Ғәлиуллин






