Башҡортостанда төп әҙерлек тәртибе индерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Именлек советы ултырышын үткәрҙе. Унда дүрт яңы төбәктә хәрби положение иғлан ителде. Украина менән сиктәш төбәктәр һәм Үҙәк, Көньяҡ федераль округтарҙа юғары әҙерлек тәртибе индерелде. Ҡалған төбәктәр, шул иҫәптән беҙҙең республикала, төп әҙерлек тәртибе ғәмәлдә. Дәүләт Башлығы указына ярашлы, төбәк етәкселеренә өҫтәмә вәкәләттәр бирелә.

Башҡортостанда төп әҙерлек тәртибе индерелде

         Рәсәй Президенты указына ярашлы, төбәктәрҙә оператив штабтар ойошторорға ҡушылды. Бындай орган федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары эшен тиҙерәк көйләргә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, оператив штаб алдында мөһим һәм етди бурыстарҙы атҡарыу талабы ҡуйыла.

Башҡортостанда төп әҙерлек тәртибе индерелде

         Башҡортостанда февралдә социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса штаб ойошторолғайны. Ул һаман да эшләй. “Республика иҡтисады тыныс шарттарҙа үҫешеүен дауам итә”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда төп әҙерлек тәртибе индерелде

Башҡортостанда оператив штаб халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, Рәсәй Ҡораллы көстәрен, ғәскәрҙәрҙе тәьмин итеү буйынса саралар күрергә тейеш. Бынан тыш, указға ярашлы йәмәғәт именлеген һаҡлау, инфраструктура объекттары, шул иҫәптән транспорт, элемтә, энергетика тармаҡтары, эшендә махсус тәртип индереү буйынса өҫтәмә ҡарарҙар күрергә рөхсәт ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда төп әҙерлек тәртибе индерелде
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ