Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация аҙағына яҡынлаша

Бөгөн республика хәрби комиссары Михаил Блажевич Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Ҡораллы көстәргә тағы 20-30 кеше алыу көтөлә. Өлөшләтә  мобилизация 28 октябрҙә тамамлана. – Мобилизация буйынса алыныусыларға аҡса түләнә башланы, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде, тине Михаил Блажевич. Ил президенты Владимир Путин белдереүенсә, мобилизация буйынса ҡораллы көстәргә саҡырылыусыларға айына кәмендә 195 мең һум түләнергә тейеш. Хәрби әҙерлек ваҡыты ла иҫәпкә алына.

Фото №1 - Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация аҙағына яҡынлаша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ