Бөгөн республика парламенты ултырышында ошо турала ҡанун ҡабул ителде. Уға ярашлы, хәмер һатыуҙы тыйыу байрам датаһына ғына бәйле булмай, алкоголь байрам саралары уҙғарылған көндәрҙә һатылмаясаҡ. Республика парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Хәҙер законға Республика Башлығы ҡул ҡуйырға тейеш. Ул рәсми иғлан ителгәндән һуң ун көн эсендә көсөнә инә.







