Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе

Республика баш ҡалаһының юбилейы 2024 йылда билдәләнә. Мөһим датаға бәйле спорт, мәҙәниәт, мәғариф, транспорт объекттары барлыҡҡа килә. Октябрь районында  Көрәш һарайы, Инорста  ишеү слаломы комплексы, Затонда Фехтование үҙәге төҙөлә. Киләһе йылда реконструкциянан һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асыла. Радий Хәбиров Мәҙәниәт министрлығына яңыртылған репертуар әҙерләргә ҡушты. Ултырышта Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙә капиталь ремонт барышы ҡаралды. Башҡортостан Башлығы күперҙе яҡтыртыу мәсьәләһен өйрәнергә тәҡдим итте. 2025 йылға тиклем баш ҡалала Республика математика лицей-интернаты асылырға тейеш. Өфө юбилейына Октябрь революцияһы урамы һәм Аксаков баҡсаһы яңыртыласаҡ. Радий Хәбиров төҙөлөштө йылдам алып барырға һәм юбилейлы объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ