Ғүмергә торошло минуттар һәм «алтын ҡул»лы хирургтар

Республика кардиология үҙәге табиптары үпкә аортаһындағы тромбтарға операция яһап 42 йәшлек ирҙе ҡотҡарған. Пациент үҙен яҡшы тоя, ул дауахананан өйөнә ҡайтырға йыйына. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Ул ун көн элек кенә яңынан тыуған. 42 йәшлек Сергейҙың бер нисә көн дауамында тыны ҡыҫылып йөрөгән. Төндә бөтөнләй хәле ауырлашҡас, тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртҡан. Пациентҡа республика кардиология үҙәгендә операция яһалған. Үпкә аортаһына тығылған тромбтан ҡан юлын таҙартыу буйынса әмәлиәт ике сәғәт дауам иткән.

Өй эсендә бер бүлмәнән икенсеһенә сыҡҡансы ла хәл бөтөп йөрөнөм. Бында тәжрибәле хирург операция яһаны. Хәҙер үҙемде яҡшы тоям. Рәхмәт табиптарға.

Сергей Фролов, Республика кардиология үҙәге пациенты

Пациентты табиптар икенсе тапҡыр үлемдән алып ҡалған. Тәүге өйәнәк былтыр булған. Ул ваҡытта операция башҡа дауаханала эшләнгән. Кардиология үҙәге белгестәре әмәлиәттән һуң дөрөҫ дауалау курсы тәғәйенләгән.

Был төр операциялар ҡатмарлы һәм ул һирәк һанала.

Республика кардиологтары уны йылына кәм тигәндә ике кешегә яһай. Ювелир оҫталығы талап иткән эш рентген ярҙамында башҡарыла.

Хирургтар әйтеүенсә, сирленең ваҡытында медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүе һәм тромб барлығын асыҡлауы уңышлы һөҙөмтә бирә, ә кире осраҡта төйөлгән ҡан йәшен- ҡартын һайламай, ғүмерҙе лә аямай.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ