Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына – 103 йыл. Ошо айҡанлы Республика ҡала-райондарында бөйөк әҙиптең тормош һәм ижад юлына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, хәтер кисәләре үтте.
Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡуйған «Яҡын офоҡ» спектакле күрһәтелә. Төп сара иһә Өфөлә Мостай Кәримдең һәйкәле янында ойошторолдо. Унда баш ҡала хакимиәте етәкселеге, яҙыусылар, шағирҙың туғандары, ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ. Ошо шиғыр юлдарында Мостай Кәримдең бар яҙмышы сағылған һымаҡ. Бөйөк шағир үҙе лә ғүмер буйы иле, халҡы, теле тип янып йәшәй. Тик ул ябай ижадсы ғына түгел, бар булмышы, асылы менән тыуған республикаһының йөҙө, намыҫы була.
Яҡташтары халыҡ шағирының исемен ҡәҙерләп һаҡлай. Өфөнөң тарихи үҙәгендә Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйылған, театр, белем усағы, аэропорт, урам шағир исемен йөрөтә. Йыл һайын ғилми-ғәмәли, ижади саралар ойошторола. Бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Мостай Кәрим исемендәге фонд та оло эш алып бара, уны шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова етәкләй.
Мостай Кәримдең тыуған көнөндә һәләтле йәштәргә шағир исемендәге грантты тапшырыу ҙа күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл уға эйә булыусылар сафы тағы ла өс исем менән тулыланды. Мәртәбәле дипломға Башҡорт дәүләт университеты студенттары Нурия Ғәлимуллина, Наҙгөл Исхаҡова һәм беҙҙең коллегабыҙ, Тарих тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты Азат Ғәлиуллин лайыҡ булды. Йәштәр фекеренсә, абруйлы награда оло яуаплыллыҡ өҫтәй һәм яңы ҡаҙаныштарға этәргес яһай.
Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир, халҡыбыҙҙың бар тормош-булмышын, аҫыл гәүһәрҙәрен әҙәби киңлектәрҙә сағылдырған ижадсы, ил яҙмышын йөрәге аша үткәргән шәхес, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы хаҡында күп һөйләргә мөмкин.
Шуға олуғ шәхестең әҫәрҙәрен өйрәнгән Мостайсылар сафының йылдан йыл артыуы тәбиғи. Сөнки иң ҙур һәйкәлде шағир үҙенә мәңгелек әҫәрҙәре менән ҡуйҙы. Улар бөгөн дә илһөйәрлек. телһөйәрлек орлоҡтары сәсеүен дауам итә.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл. Ваҡыт үтеү менән беҙ бөйөк әҙиптең ижадының әһәмиәтен тәрәнерәк аңлайбыҙ. Мостай Кәрим тыуған Башҡортостанының илһөйәр улы була, һәм тыуған төйәгенә, халҡына, телгә һөйөү уның бар ижадында ярылып ята
Рәмзиә Кәримова



