Күгәрсен районы үҙәгендә «Геройҙар уҙышы» үтте

Күләмле ярышта ауыл биләмәләре, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, төрлө предприятиеларҙан утыҙ команда көс һынашты. Һәр ҡайһыһында өсәр кеше булды.

Ҡатнашыусыларға 13 ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә тура килде, уҡ атыу, тәгәрмәс әйләндереү кеүек этаптар ойошторолдо. Муниципаль кимәлдә тәүгә уҙғарылған ярыш һөҙөмтәләре буйынса Урал ауыл биләмәһе командаһы менән Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре еңеүсе тип билдәләнде.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ