Ул мобилизацияланған ир-егеттәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Союз рәйестәше, волонтерҙар штабы етәксеһе Тимерғәли Ураҙғолов әйтеүенсә, әле Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондары һәм Өфө ҡалаһында махсус пункттар булдырылған. Унда яугирҙар өсөн әйберҙәр ҡабул ителә.
“Ҡораллы көстәргә алынған ир-егеттәргә ярҙам итергә теләгән эшҡыуарҙар бик күп”, - тип дауам итә Тимерғәли Ураҙғолов.
Республикала Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03.







