Республикала Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон ойошторола. Унда ҡушылырға теләгәндәр өсөн Сермән, Иҫке Собханғол һәм Малаяҙ ауылдарында ла пункттар асылды. Быға тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Сибай ҡалаларында яҙылыу урындары булдырылды. Әле юлаевсылар батальонына 700-ҙән ашыу кеше ҡабул ителгән.








