Республикала быйыл 9 айҙа 2 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

Статистика хеҙмәтенең төбәк идаралығынан шул турала белдерәләр. Былтырғы осор менән сағыштырғанда торлаҡ төҙөлөшө 7 процентҡа артҡан. Әҙер йорттарҙың күпселеге шәхси кешеләргә тура килә. Статистика белгестәре торлаҡҡа хаҡ менән дә таныштыра. Быйыл ҡалала фатирҙың бер квадрат метры уртаса 60 мең һумға һатыла, ауылда 37 мең һумға тәҡдим ителә. 

Фото №1 - Республикала быйыл 9 айҙа 2 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ