ВУЗ янындағы инновация предприятиелары хеҙмәткәрҙәре 15 пилотһыҙ осоу аппараты һатып алған. Бынан тыш, университет уҡытыусылары мобилизацияланғандарҙы дрон менән идара итергә өйрәткән. Уҡыу йорто шулай уҡ Башҡортостан хәрбиҙәренә 63 рация, генераторҙар, 500 килограмм гуманитар ярҙам ебәргән.







