Хеҙмәтенә күрә хөрмәте: Донбасста эшләп ҡайтҡан табиптар бүләкләнде

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә Луганск халыҡ республикаһындағы хеҙмәт вахтаһынан ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр бүләкләнде. Дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.

Махсус операция башланғандан алып Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск халыҡ республикаһында халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Республиканан барған бригадалар составында табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, ашығыс медицина ярҙамы водителдәре лә бар.

Аҡ халатлыларға ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә, әммә улар Гиппократ антына тоғро ҡалып, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы атҡара. Күптәр хатта, Красный Луч ҡалаһы дауаханаларында бер нисә вахтала эшләгән.

Бөгөн беҙ Луганск халыҡ республикаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәткән табиптар бригадаһын тәбрикәләйбеҙ. Март башынан алып Башҡортостандан 6 бригада эшләп ҡайтты, бөтәһе 200-гә яҡын медицина хеҙмәткәре. Һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы. Шулай уҡ бар яҡлап та ярҙам күрһәткән ирекмәндәр бар, улар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе

Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ерле халыҡ Башҡортостан бригадаһын көтөп ала. Сөнки оҙайлы йылдар дауамында Донбасс дауаханаларында табиптар етешмәгән, кешеләр сифатлы медицина ярҙамы алмаған. Пациенттарҙы көн һайын иртәнән кискә тиклем ҡабул итергә тура килде, әммә эшләүе ауыр түгел, сөнки халыҡтың мөнәсәбәте шул тиклем йылы, ихтирамлы, ти медицина хеҙмәткәрҙәре.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ